Суббота, 20.04.2024, 10:03
Ғиндуллина Зилиә Туҡтағол ҡыҙы сайты
Сайт учителя башкирского языка и литературы МОБУ Новобердяшская СОШ Караидельского района РБ
Гиндуллиной Зилии Туктагуловны
Главная | Регистрация | Вход Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 

Гимн Караидельского района

 

Песня про Новый Бердяш. (сл. Г. Тимуршиной, муз. Ф. Кутдусова)

   Мин, Ғиндуллина Зилиә Туҡтағол ҡыҙы, 1968 йылдың 25 ноябрендә Ҡариҙел районы Шамрат ауылында донъяға килгәнмен. Бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡын булғанлыҡтан, Шамрат һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, оҙаҡ та уйлап тормай, Мәсәғүт педагогия училещеһына уҡырға индем. Дүрт йыл уҡып, “Башланғыс синыф уҡытыусыһы һәм оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе” тигән белгеслек буйынса училищены уңышлы тамамлап сыҡтым. Бер йыл үҙем уҡыған мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәс, минең өсөн был белемем генә әҙ булыуын аңлап, 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты  башҡорт/рус көндөҙгө бүлегенә уҡырға индем. 1994 йылда университетты тамамлап, эшемде шул уҡ мәктәптә дауам иттем. 1995 йылда ғаилә хәле үҙгәреү сәбәпле, Яңы Бәрҙәш урта мәктәбенә эшкә күсергә тура килде һәм бына бөгөнгәсә ошо мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен, бынан тыш “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” дәрестәрен алып барам.

   Башҡорт телен өйрәнеү 1982 йылдан башлап алып барыла. 1987 йылдан үҙ кабинетыбыҙ булдырылған. Предмет буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙың муниципаль этабында уҡыусыларыбыҙ йыл һайын яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Республика кимәлендә лә ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙ бар. Дистанцион олимпиадаларҙа уҡыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған “Аҡмулла олимпиадаһы”нда, “Глобус” халыҡ-ара олимпиадаһында ла еңгән уҡыусылар һаны йылдан –йыл арта. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгеслеген үҙ иткән уҡыусыларыбыҙ булыуы һөйөндөрә. Бөгөнгө көндә уларҙың магистратурала уҡығандары ла бар, шул белгеслек буйынса республикабыҙ мәктәптәрендә уңышлы эшләп йөрөгәндәре лә.

 

 





Новое на сайте

Творчество Зайнаб Биишевой



Адрес школы:
452394
Республика Башкортостан,
Караидельский район,
д. Новый Бердяш,
ул. Нагорная, 37
Тел: 8(347)442-76-49
E-mail:
 n_berdjash_062@mail.ru

Полезные ссылки:


Вход на сайт
Поиск
Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Друзья сайта
Copyright MyCorp © 2024
uCoz